7 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Изгелек ҡулсаһы” мәрхәмәтлек фонды идаралығы рәйесе, Рәсәй Йәмәғәт палатаһының социаль партнерлыҡ, инклюзив практиканы үҫтереү һәм яҡлау мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе, “Балалар хосписы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы генераль директоры, протоиерей Александр Ткаченко менән осрашты. Көн үҙәгендәге мәсьәлә – мохтаждарға паллиатив ярҙам күрһәтеү. Төбәк етәксеһе пациенттарҙы дарыу препараттары менән тәьмин итеүҙә ярҙамлашҡан “Изгелек ҡулсаһы” фонды менән хеҙмәттәшлектең мөһимлеген билдәләне. Мәҫәлән, 2021 – 2023 йылдарҙа ошо фонд иҫәбенән Башҡортостандан 216 пациент 4,8 миллиард һумлыҡ дарыу һәм медицина изделиеһы алған. - Беҙ ярҙамға мохтаж халыҡҡа ярҙамығыҙҙы баһалайбыҙ һәм, һис һүҙһеҙ, фонд менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлыбыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ әле юл башында ғына, әлеге учреждение нигеҙендә паллиатив ярҙам өлкәһендә фәнни-методик үҙәк төҙөргә уйлайбыҙ. Шуның өсөн артабанғы эш йүнәлешен күҙаллауығыҙ беҙҙең өсөн мөһим. “Изгелек ҡулсаһы” фонды рәйесе билдәләүенсә, Өфө хосписы проекты бер-береһен хәстәрләгән йәмәғәтселектең өлгөргәнлеген күрһәтә. Ул шулай уҡ әлеге фондтың линияһы буйынса ярҙам алыусылар республиканың һаулыҡ һаҡлау эшенә ыңғай ҡарашта булыуын да әйтеп үтте. Осрашыу һуңында Радий Хәбиров һәм Александр Ткаченко Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Изгелек ҡулсаһы” фонды араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был документ ауыр һәм орфан сирле балаларға өҫтәмә ярҙам мәсьәләләре буйынса ярҙамды үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Фото һәм мәғлүмәт: Башҡортостан Башлығы сайты.
"Изгелек ҡулсаһы" фонды менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө
7 ноября 20237 ноя 2023
1 мин