Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ теләге менән барғандар һаны бихисап. Ул, моғайын, халҡыбыҙҙың рухлы, батыр йөрәкле, ватансыл булыуҙары менән аңлатылалыр. Ир-аттар ғына түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа унда шәфҡәт туташы, ашнаҡсы булып бара башланы хатта. Һүҙ ҙә юҡ, һуғыш – ир-аттың эше, һәм улар был бурыстарын лайыҡлы башҡара. Хатта йәшенә, һаулығына, ғаиләһенә ҡарап тормай юлланғандар ҙа бар. Бөгөн шундай кешеләрҙең береһе тураһында бәйән итмәксебеҙ. Ишембай районы ауылдарының береһендә йәшәй "Яҡуп" позывнойлы яугир. Уға – 58 йәш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле шарттарҙа ҡатыны менән улы вафат булып ҡала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул лайыҡлы донъя көтә: аҙбар тултырып мал аҫрай, баҡса үҫтерә. Тик күңеле һәр саҡ ҡайҙалыр ашҡына. Махсус хәрби операция башланғас, унда барырға ҡарар итә. Әммә тәүҙә йәше буйынса боралар, аҙаҡ һаулығы менән проблемалары килеп сыға. Шулай ҙа Яҡуп алдына алғандан төңөлмәй, хәрби комиссариат юлын тапауҙы дауам итә. – Беҙ күп балалы ғаиләлә үҫтек. Һәр ваҡ