Найти тему
Башҡортостан гәзите

100 йәшлек һуғыш ветераны ҡайҙа йәшәй?

Ошо көндәрҙә Өфөлә йәшәгән 100 йәшен Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Васильев билдәләне. Әлбиттә, Николай Васильевичты ҡотларға элекке эш урынынан вәкилдәр, бынан тыш туғандары һәм яҡындары килде, изге теләктәрен еткерҙе. Николай Васильев һуғыш башланғандың тәүге көндәренән үк ҡулынан ҡорал алған. Ул парашют менән ике йөҙ тапҡыр һикергән. Киевты дошмандан азат иткән, Австрия, Венгрия, Чехословакия илдәрен фашистарҙан таҙартҡан, ҡыҫҡаһы, һуғыштың башынан алып аҙағынаса ҡатнашҡан. 1947 йылда Вена ҡалаһында комендант булған әле. Яҡташыбыҙҙың түшен бихисап орден һәм миҙалдар биҙәй. Үҙ сиратында, "Башҡортостан" гәзите лә Николай Васильевичты тыуған көнө менән ҡотлай, тыныс ҡартлыҡ теләй. Фото: Моя Уфа.