Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ кәңәшмәлә мәктәп медицина хеҙмәтен үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде. Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков хәбәр итеүенсә, республиканың белем биреү учреждениеларында 1136 медицина кабинеты, 128 медицина блогы эшләй. Улар табип-педиатр, процедуралар, прививка яһау һәм стоматология кабинетынан тора. Шулай уҡ 236 айырым стоматология кабинеты бар. Уларҙа 126 табип һәм 496 шәфҡәт туташы эшләй. – Мәктәп медицина хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән психологтар, ата-әсәләр йыйылыштарында ҡатнаша, төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр буйынса сығыш яһай. Балаһының һаулығы тураһында мәғлүмәтте ата-әсәләр “К врачу” мобиль ҡушымтаһы аша ала ала, – тине Роберт Иштуков. 2024 йылдан мәктәп уҡыусыларына комплекслы психотерария ярҙамы күрһәтеү системаһын индереү буйынса пилот проект башларға йыйыналар. Уның маҡсаты – балалар һәм үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙен тотошондағы аутоагрессив тенденцияларҙы иҫкәртеү, шулай уҡ шәхси мөнәсәбәтт
Уҡыусыларға мәктәптә психотерапия ярҙамы ла күрһәтеләсәк
7 ноября 20237 ноя 2023
1 мин