Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бында иң-иңдәр уҡый

Башҡортостанда 2020 йылдан алып 186 “шайморатов” кластары асылған, унда 4 мең самаһы бала белем ала. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин һөйләне. 2022 йылда Башҡортостан Башлығы бойороғо менән Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар стандарты раҫланды. Бындай кластар урта звено уҡыусыларынан ата-әсәләр ризалығы менән булдырыла. Башҡаларҙан “шайморатовсылар” берҙәм мәктәп формаһы һәм киңәйтелгән уҡыу планы менән айырыла. – Көндөң тәүге яртыһында балалар төп дөйөм белем биреү программаһы предметтарын өйрәнә, ә икенсе яртыһында факультатив дәрестәргә йөрөй, – тине министр. – Өҫтәмә белем биреү программаһына этномәҙәни компонентлы предметтар инә – милли көрәш төрҙәре, уйын ҡоралдары һәм кәсептәр менән танышалар. Шулай уҡ хәрби хеҙмәт нигеҙҙәрен өйрәнәләр. Бындай кластар менә эшләгән педагогтарға даими рәүештә уҡытыу семинарҙары һәм кәңәшмәләр үткәрәбеҙ. Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, айырылған уҡыусыларға тантаналы шарттарҙа I, II һәм III дәрәжә “Йәш шайморатовсы” почетлы билдәһен тапшыралар. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, республикала бындай кластар асыу бик яҡшы башланғыс, уларҙы ойоштороуҙың тейешле кимәле булдырылған. – “Шайморатовсы” – ул махсус статус, уны үҙҙәренең иптәштәре араһында иң-иңдәре икәнлеген дәлилләгән уҡыусыларға бирәләр. Бындай кластарға талаптар ҙа махсус, шуға күрә уларҙың һаны артынан ҡыуырға түгел, ә сифаты өҫтөндә эшләргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.