Башҡортостан делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына эш сәфәре уңышлы бара. Ошо хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров уртаҡлашты. “Делегациябыҙҙың Ҡытай Халыҡ Республикаһына эш сәфәре бик уңышлы үтә. Республика власы органдары вәкилдәре лә, Башҡортостандың бизнес-делегацияһы ағзалары ла бик күп уңышлы һөйләшеүҙәр үткәрә алды. Эшлекле бәйләнештәр майҙансығында республикабыҙ предприятиелары партнерҙары менән йөҙгә яҡын осрашыу үткәрҙе, 19 килешеүгә, шулай уҡ хеҙмәттәшлек тураһында алты документҡа ҡул ҡуйҙы, шул иҫәптән Ҡытай баҙарына аҙыҡ-түлек килтереү буйынса. Эш сәфәрендә ҡатнашыусыларҙың береһе склад йөк күтәреү техникаһын тәьмин итеүгә дөйөм суммаһы һигеҙ миллиард һумдан ашыу булған дүрт контракт төҙөнө. Тәүге тәьмин итеү бер ай эсендә башланасаҡ. Бынан тыш, контракттарҙың береһе махсус рәүештә был эшҡыуарҙың һорауы буйынса техника сығарыуҙы күҙ уңында тота, атап әйткәндә, был беҙҙең климат шарттарына яраҡлаштырылған, электр зарядкаһы менән эшләгән склад техник