Хәйбулла районының Федоровка ауылы егете Ғ. II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Ғ. былтыр сентябрҙә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға юллана. Хәрби миҙал Ғ. яҡындары өсөн генә түгел, ә хәрбиҙәргә төрлө яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштары өсөн дә оло ғорурлыҡ. Федоровка ауылы халҡы гуманитар ярҙам әҙерләүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Әле яңыраҡ ҡына улар махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу өсөн кәбеҫтә тоҙларға бергәләп йыйылды. Был файҙалы һәм танһыҡ ризыҡ ошо көндәрҙә махсус хәрби операция зонаһына барып етәсәк. Афарин, яугир! Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ һәм тиҙерәк яҡындарығыҙ янына иҫән-һау, теүәл килеш кенә әйләнеп ҡайтығыҙ! Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайтынан