Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хеҙмәт етештереүен күтәреп

“Яңы технологиялар” предприятиеһы Сәнәғәт үҫеше федераль фондынан ташламалы заем алды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Займ суммаһы 230 миллион һум тәшкил итә һәм ул биш йылға иҫәпләнгән. Был аҡса “Производствоны модернизациялау, һатыу күләмен арттырыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өсөн ҡормалдар алыу” инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк. “Яңы технологиялар” кәмендә 1,7 миллиард һумлыҡ күләмдә продукция етештерергә планлаштыра. Проект буйынса һалым керемдәре биш йыл эсендә кәмендә 190 миллион һум тәшкил итергә тейеш. Проект сиктәрендә автоматлаштарылған үлсәү ҡулайламаһы ла етештереү ниәтләнә. -“Хеҙмәт етешетереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар иҫәбендә төбәктән 162 компания булып китте. Быйылға план күрһәткесе 129 ине, - тип билдәләне Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Был иһә бизнестың да проектта ҡатнашыу менән ҡыҙыҡһыныуы тураһында һөйләй. Проект производство юғалтыуҙарын бөтөрөү иҫәбенә юғары иҡтисади һөҙөмтәгә өлгәшергә булышлыҡ итә. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы раҫланған. Һәм ул йыл һайын хеҙмәт етешетереүсәнлеген биш процентҡа күтәреүгә шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.