Аферистар мутлашыуҙың яңы схемаһын уйлап тапҡан.
Улар биш меңлек купюраларҙы алыштырырға тәҡдим итә. Яңыртылған аҡсаларҙың презентацияһы 16 октябрҙә булды. Шунан һуң республика халҡына иҫке аҡсаларҙы яңыһына алыштырырға тәҡдим итеп шылтырата башлайҙар. Аферистар үҙҙәрен Үҙән банктың хәүефһеҙлек хеҙмәтенән йәки социаль хеҙмәткәр тип таныта һәм иҫке аҡсалар тиҙ арала "яна" тип раҫлай.
"Бындай шылтыратыу тик мутлашыусыларҙан ғына булыуы ихтимал. Ысынында аҡсаларҙы алыштырыу талап ителмәй. Аҡсалар әленән-әле яңыртылып тора, яңы өлгөләр күпмелер ваҡыт иҫкеләре менән бер рәттән әйләнештә йөрөй. Ҡағыҙ аҡсаның алышыныуы тәбиғи юл менән бара - туҙған, иҫкергәндәре яңыһына алыштырыла. Бының өсөн бер нисә йыл китә", - ти Башҡортостан Милли банкы етәксеһе урынбаҫары Егор Михтанюк.