Билдәле гимнаст, телевизион алып барыусы Ләйсән Үтәшева - беҙҙең яҡташыбыҙ. Ул сығышы менән Әлшәй районынан. Күптән инде Мәскәүҙә йәшәй. Кейәүҙә, ике бала үҫтерәләр. Шуныһы мөһим: ниндәй генә үрҙәргә үрләһә лә, Ләйсән ябай ауыл ҡыҙы булып ҡала. Ул йыл да ғаиләһе менән Раевкала йәшәгән олатай-өләсәйе янына ҡайтып китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһе Зөлфиә апай ҡаты ауырыуҙан бер нисә йыл элек гүр эйәһе булды. Ләйсән социаль селтәрҙәге дуҫтарының һорауына яуап биреп, бала сағында башҡортса һөйләшкәнен белдергән. Ә хәҙер туған телде хәтергә төшөрөр өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәклеген әйткән. - Минең тәүге һүҙҙәрем "инәй", "атай", "икмәк" ине, - ти ул. Ләйсән башҡортса бөтәһен дә аңлай, татарса ла яҡшы төшөнә. Ә бына башҡортса һөйләшә башлар өсөн, Раевкаға ҡайтып, дүрт-биш көн туғандарымдың һөйләшкәненә ҡолаҡ һалып йөрөргә кәрәк, ти. Ә өләсәһе ейәнсәренә ҡунаҡҡа килеп, ярты йыллап ятһа, бөтөнләй яҡшы һөйләшә башлай икән. "Туған тел мейегә һеңгән бит инде, уны нисек онотаһың", - ти ул. Әйткәндәй, Ләйсән Үтәшева 9 ноябрҙә Өфөгә концерт ҡуйырға килә. Фото: https://vk.com/liasanutiasheva