Салауат районының Торналы моделле китапханаһында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап төрлө саралар үткән. Улар араһында тематик китап күргәҙмәләре, офлайн-саралар, уйындар бар. Был китапхана ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә яңыртылғайны. Китапханала “Беҙ төрлө, ә Ватан – берәү” тип аталған танып белеү-уйыны үтте. Ҡатнашыусылар тарихи мәлдәргә сәйәхәт яһаны, китапханасы был байрамдың тарихы тураһында һөйләне һәм слайдтар күрһәтте. Аҙаҡ балалар рәхәтләнеп уйын программаһында ҡатнашты: герб пазлын йыйҙы, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, ә аҙағында “Просто так” йәнһүрәтен ҡараны. Шулай уҡ Торналы китапханаһында бергәләп уҡыу көнө лә ойошторолдо. Килеүселәр Рәсәйҙә булған бөйөк ваҡиғалар, ҡаһарманлыҡтар һәм геройҙар тураһында хикәйәләр һәм шиғырҙар уҡыны. Иван Никитин, Кондратий Рылеев, Анатолий Митяев, Сергей Алексеев, Олег Тихомировтарҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны. Улар тыуған илдәре хаҡына бөйөк ҡаһарманлыҡ башҡарған полководецтар һәм ябай кешеләр тураһында яҙған. Аҙна дауамында китап күргәҙмәһе эшләгән. Унда китапхана фондында булған Рәсәйҙең ул саҡтағы тарихы ҡатмарлыҡтарын асҡан китаптар ҡуйылған ине. Фото: Салауат районы хакимиәте.