Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ишембайҙа – ҡаһарманлыҡ дәресе

“Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ишембай районында ҡаһарманлыҡ дәресе үтте. Ул Ишембай нефть колледжында ойошторолдо һәм хәрби бурыс тигән һүҙгә ҙур мәғәнә һалғандарға арналды. Сара ҡунаҡтары булып Махсус йүнәлештәге көстәр ассоциацияһы рәйесе, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, Салауат ҡалаһындағы “Прайд” спорт-хәрби патриотик клубы етәксеһе Альберт Рәхимов, “Авангард” уҡытыу-методик үҙәге педагогы-ойоштороусыһы, Салауат ҡалаһындағы “Толпар” эҙәрмәндәр отряды командиры урынбаҫары Александр Дон, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “ВДВ ветерандары” ассоциацияһы рәйесе Фәнүр Дәүләтбаев, Ишембай ҡалаһындағы “Аманат” хәрби-патриотик клубы етәксеһе Аркадий Дейс торҙо. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар махсус хәрби операция биләмәһендә файҙаланылған ҡорамалдар, Калашников автоматы, Макаров пистолетының тәғәйенләнеше һәм ҡоролошо тураһында һөйләне. Студенттар ҡунаҡтарға музыкаль бүләктәр әҙерләгәйне. “Бөгөнгө хәтирәләр, хәрби иптәштәр менән осрашыу көнөндә Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-аттарға ҡаһарманлығы, ныҡлығы, геройлығы өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”, – тинеләр саҡырылған ҡунаҡтар. Билдәле булыуынса, “Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ишембай районы хакимиәте.