“Салауат ҡалаһында “Общепит” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәтләндергән мәктәптәрҙең береһенә лә аҙыҡ ситтән килтерелмәй, барыһы ла урындағы үҙебеҙҙең сеймалдан әҙерләнә!”– ти ғорурлыҡ менән ашнаҡсылар. Туралған иттән яһалған колбаса, тауыҡ ите һәм картуфтан запеканка, алтын төҫөнә индереп ҡыҙҙырылған майлы картуф, эремсекле пирожкиҙар, балыҡ, аҡ май, һурпа, йәшел тәмләткес һәм лимондан яһалған соус – барыһы ла тәмле еҫтәре менән аппетитты аса. ”Бик тәмле!”– ти уҡыусылар быйылғы уҡыу йылында ун көнлөк мәктәп менюһына индерелгән яңы блюдолар тураһында. Салауаттарҙың бер нисә быуынын мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡландырған, 39 йыл буйы ошо өлкәлә эшләгән технолог Венера Мәмәталиева күп блюдоларҙы үҙе эшләгән. – Балалар туҡланыуында барыһы ла мөһим: атамаһы ла, сервировка ла, тышҡы күренеше лә, тәме лә. Меню төҙөгәндә барыһы ла иҫәпкә алына. Мәҫәлән, котлет тағы ла тәмлерәк булһын өсөн уға бешерелгән һуған өҫтәнек, фарштағы ингредиенттарҙы үҙгәрттек, икмәкте кәметеп, итте