"Һеҙҙең сайтта бирелгән тормош һабаҡтарын уҡып барам. Ундағы төрлө яҙмышлы кешеләрҙең тарихы менән танышып, ҡайһыларын йәлләйем, икенселәренә һоҡланам. "Күрәһе шул булғандыр", "маңлайына яҙылған" тигәнде кем тәүләп әйткәндер инде, күптәренә ҡарата ошо һүҙҙәрҙе ҡабатларға ғына ҡала. Ә үҙемә килгәндә иһә, хәҙерге хәлемә ҡарап, киләсәкте һайлау мөмкинлеге булғандыр тим. Ирем бынан бер нисә йыл элек гүр эйәһе булып ҡуйҙы. Уның менән шәп йәшәнек тип әйтә алмайым, шулай ҙа ныҡ насар ҙа торманыҡ, тормошобоҙ түҙерлек булды. Йәш саҡта һәр кемгә осрар ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙе лә, балаларыбыҙ тыуыу ҡыуаныстарын да, уларҙы тәрбиәләү, аяҡҡа баҫтырыу юлындағы бөтә ауырлыҡтарҙы ла кисерергә тура килде. Шулай уҡ бер-беребеҙҙе аңламай киткән осраҡтар ҙа, иремдең эсеп ҡайтып боларған саҡтары ла (унда ла күберәк ситтәрҙең ҡотҡоһона төшөп) булды, "һулға" йөрөүҙәрен дә баштан үткәргәнмен. Бөгөнгө йәшем бейеклегенән ҡарағанда һәм әлеге хәлем менән сағыштырғанда, улар борсолорлоҡ урыны булмаған ваҡ мәсьәлә кеү
