Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡытай тауарҙары етештереләсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүенсә, бөгөн Башҡортостан рәсми делегацияһы Ҡытай Халыҡ республикаһына эш сәфәре менән барҙы. Сара сиктәрендә, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов Ҡытай партнерҙары менән хеҙмәттәшлек буйынса килешеүҙәр төҙөнө. “Беҙ Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Ҡытайҙың иң эре корпорацияларының береһе менән берлектә предприятие асырға килештек. Яңы асылған компания ярҙамы менән беҙҙең республикала билдәле бер продукция етештереү асыласаҡ, - тине Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов. Башҡортостан рәсми делегацияһының Ҡытай Халыҡ республикаһына эш сәфәре киләһе көндәрҙә лә дауам итәсәк. Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан.