Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ошо селтәр яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлаясаҡ

4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Өфөләге "Ҡалҡан маскировка селтәрҙәре" ("Масксети Щит Уфа") берекмәһе ирекмәндәре үҙҙәренең "Матбуғат йорто" цехында (етәксеһе Люциә Таяр ҡыҙы Тураманова) өмә үткәрҙе. Күп кенә халыҡ ҡатнашлығында маскировкалау селтәрҙәре үрҙеләр. Өмәгә РБ Хәрби комиссариатының ветерандар комитеты, РБ буйынса "Ватан һаҡсылары" дәүләт фонды филиалы, "Рәсәй ветерандар союзы", "Рәсәй Афғанстан һәм МХО ветерандары союзы", "Хәрби туғанлыҡ", Рәсәй космонавтары федерацияһы кеүек ойошмаларҙың республика бүлексәләре, республиканың "Любизар" 1-се башҡорт атлы полкы хәрби-тарихи клубы", "РБ Диңгеҙ пехотаһы һәм Хәрби-диңгеҙ флоты спецназы ветерандары" төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре килде. Улар күмәкләп маскировка селтәрҙәре үрҙе, бер-береһен йыр-бейеү менән дәртләндерҙе, аҙаҡтан бергәләп тәм-том менән сәй эсте. Белешмә: "Ҡалҡан" берекмәһе 2022 йылдың октябренән эшләй. Ошо осорҙа уның ағзалары биш меңдән ашыу маскировка селтәре үреп, махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрҙе. Шуныһы мөһим, тап ошо ирекмәндәр үргән селтәрҙәр дөрөҫ һәм сифатлы итеп эшләнә. Тимәк, яугир ғүмерҙәрен һәм техниканы яҡшы һаҡлай. Фото һәм видео: "Масксети ЩИТ Уфа".