Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Премьер-министр Андрей Назаров Ҡытай халыҡ-ара бизнесын үҫтереү үҙәгенең генераль директоры Ли Яньцзюн менән осрашты. Осрашыуҙа БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов һәм башҡалар ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе белдереүенсә, Башҡортостан иҡтисады - Рәсәй төбәктәре араһында иң тотороҡло, комплекслы үҫешкән күп яҡлы структураларҙың береһе. Төп күрһәткес сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш һәм транспорт өлкәләрендә. Төбәктә сит илдәр менән хеҙмәттәшлек итеүгә юлдар асыҡ. — Шулай уҡ республиканың Европа һәм Азияла урынлашыуы менән дә бизнес булдырыу логистикаһы бик уңайлы. Беҙҙең төп маҡсат: Башҡортостан биләмәһендә үҙ эштәрен асҡан сит ил инвесторҙарына уңайлы шарттар тыуҙырыу, ер участкалары алыуҙан башлап һалым түләүгә тиклем ҡаршылыҡһыҙ төрлө инстанцияларҙы үтеүгә булыш