Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ҡытай Халыҡ Республикаһына эш сәфәре менән барҙы. Андрей Назаров Ляонин провинцияһы губернаторы Цзинь Говэй менән осрашты. - Беҙҙең хеҙмәттәшлек 1999 йылда Ляонин провинцияһы менән килешеүҙәр төҙөүҙән башланды. Был документ артабан Башҡортостан һәм Ҡытай араһында фәнни-техник, сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытырға ярҙам итте. Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө шул уҡ ваҡытта 2011 йылдан Ляонин провинцияһының баш ҡалаһы Шэньян менән туғандаш ҡала булып һанала, -тине Андрей Назаров. Үҙ сиратында Цзинь Говэй әфәнде Ҡытай-Рәсәй мөнәсәбәттәренен үҫеш тарихында иң юғары дәрәжәгә етеүен билдәләне. Төбәк-ара хеҙмәттәшлек ике ил араһындағы мөнәсәбәттәр өсөн бик мөһим роль уйнай. - Ляонин провинцияһы Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттары менән хеҙмәттәшлеккә ҙур әһәмиәт бирә. Мин беләм, Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә бик мөһим урын алып тора. Төбәк Азия һәм Европа киҫелешендә урынлашҡан, Евразияның йөрәге булып тора.