Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡытайға сәфәр башланды

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яҙҙы. "Шанхайҙа эш аҙнаһы башлана. Башҡортостандың рәсми делегацияһы өс көнлөк сәфәр менән Ҡытайҙа. Программа бик бай, партнерҙарыбыҙ менән осрашыуҙар, Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция потенциалын презентациялау, "China International Import Expo" халыҡ-ара күргәҙмәһендә эш планлаштырылған. Төп сараларҙың береһе булып Волга буйы федераль округы һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Янцзы йылғаһының Үрге, Урта ағымы төбәктәренең хеҙмәттәшлек буйынса советы ултырышы торасаҡ. Шулай уҡ ошо көндәрҙә беҙҙең менән республика предприятиеларынан һәм үҫеш институттарынан 40-тан ашыу вәкилдән торған ҙур бизнес-делегация эшләй. Визит сиктәрендә хеҙмәттәшлек тураһында 15 килешеүгә ҡул ҡуйырға, В2В һөйләшеүҙәре үткәрергә планлаштырабыҙ. Бөгөн беҙ Ҡытай партнерҙар менән әүҙем аралашыу рәүешенә кире ҡайтабыҙ. Төп иҡтисади күрһәткестәргә таянып, Башҡортостан-Ҡытай хеҙмәттәшлегенең ыңғай динамикаһы тураһында һөйләргә мөмкин. Ҡытай 24,2 процент өлөш менән республиканың тышҡы сауҙа әйләнешендә беренсе урынды биләй. Башҡортостан предприятиеларының Ҡытайға экспорты бөгөн машиналар эшләү продукцияһын, аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал, химия сәнәғәте продукцияһын, шулай уҡ ағас оҙатыуҙан тора", - тигән ул. Фото: https://vk.com/agnazarov