Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугирҙәргә 99-сы гуманитар ылау оҙатылды

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса махсус хәрби операция зонаһына 99-сы гуманитар ылау китте. Беҙҙең хәрбиҙәр өсөн адреслы ярҙам туплауҙа дәүләт органдары, ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре, ҡала һәм район хакимиәттәре һәм битараф булмаған кешеләр ҡатнашты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йөк составына 24 автомобиль, квадроцикл, тағылмалар, тепловизорҙар, рациялар, генераторҙар, электр ҡорамалдары, ағастан төҙөлөш материалдары, квадрокоптерҙар, мейестәр, бысҡылар, туғандарынан посылкалар ингән. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сираттағы ылауҙы әҙерләүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм, республиканан ярҙам беҙҙең егеттәргә даими рәүештә ебәрелә, тип билдәләп үтте. Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.