Гөлзифа Нәзипова файҙалы арыш икмәге бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ала. Ете көн өйрәнә ул. Хәҙер белгәнен башҡаларға өйрәтә. "Эште сәғәт 7-ләрҙә башлаһаң, һәйбәт. Процесс оҙаҡ бара. 1-2-се көн. Кистән 60 миллилитр кефир менән 50 грамм арыш онон болғатып ҡуяһың. Температура 28-32 градус булырға тейеш. Мин уны таҫтамалға төрөп, газ мейесе өҫтөнә ҡуйҙым. 36-48 сәғәт (1,5-2 тәүлек) тора. 1-Бер-ике мәртәбә күтәрелергә тейеш. Көс-ҡеүәт йыйғанын көтәбеҙ. Өҫтөндә үңәҙ булыуы ихтимал. Әгәр ул аҡ икән, файҙаланырға мөмкин. Йәшел йә ҡара булһа, ташларға һәм яңынан ҡуйырға (ондан тора, он иҫке булмаҫҡа тейеш). 3-сө көн. Әсетке (ойотҡо) әсе булһа - 36 сәғәттән, әселек булмаһа, 48 сәғәттән "ашатабыҙ": 50 грамм әсетке+50 миллилитр һыу (бүлмә температураһындағы шишмә һыуы булһа, яҡшыраҡ)+50 грамм арыш оно. 12 сәғәткә ҡалдырабыҙ, температура 28-32 градус булырға тейеш (юғарыраҡ һис ярамай). 48 сәғәттән һуң 50 грамм әсетке+50 миллилитр һыу+50г арыш оно һалып, 12 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға кәрәк. Температура 28-32 градус, унда әсетке ҡуйы була (үлсәгәндән һуң ҡалған әсеткене файҙаланмайбыҙ). Ошо эштәрҙе башҡарыр өсөн һеҙгә үлсәү, арыш оно, һыу, кефир, градусник һәм теләк кәрәк. Фотола бөгөнгө икмәгем!" - тигән ул. (Дауамы бар). Фото: https://vk.com/id348078691