Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Октябрьскийҙа медицина клиникаһы асылған

Октябрьский ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Сергей Литов белдереүенсә, Октябрьский ҡалаһында “Медикс” медицина клиникаһы асылған. Үҙенең шәхси эшен асыуҙы ҡала дауаханаһының табип-неврологы Олег Соколов 2012 йылда уҡ планлаштыра. Әммә уңайлы бина таба алмай интегә. Ун йыл үткәс, табипҡа ҡала хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ярҙамға килә. Бизнес-шәриф әйтеүенсә, эш башлау өсөн йүнселгә бина мәсьәләһе ыңғай хәл ителә. Ул тиҙ арала уны ремонтлай, пандустар урынлаштыра, кабинеттарҙа заманса медицина ҡорамалдары ҡуйыла. Әле клиникала тәжрибәле табиптар сирлеләрҙе ҡабул итә. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡ

Октябрьский ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Сергей Литов белдереүенсә, Октябрьский ҡалаһында “Медикс” медицина клиникаһы асылған. Үҙенең шәхси эшен асыуҙы ҡала дауаханаһының табип-неврологы Олег Соколов 2012 йылда уҡ планлаштыра. Әммә уңайлы бина таба алмай интегә. Ун йыл үткәс, табипҡа ҡала хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ярҙамға килә. Бизнес-шәриф әйтеүенсә, эш башлау өсөн йүнселгә бина мәсьәләһе ыңғай хәл ителә. Ул тиҙ арала уны ремонтлай, пандустар урынлаштыра, кабинеттарҙа заманса медицина ҡорамалдары ҡуйыла. Әле клиникала тәжрибәле табиптар сирлеләрҙе ҡабул итә. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.