Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡалаға йөрөргә кәрәкмәй

Иглин районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Венера Нуриәхмәтова белдереүенсә, йәш табиптар Айнур Хәкимов һәм Тимур Кадиков үҙҙәренең стоматология клиникаһын асырға хыяллана. Йәш белгестәр төплө ҡарарға килгәс, район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә. Эшҡыуар-табиптар үҙҙәренең клиникаһын Иглин районы биләмәһендә теркәй һәм тәүге клиенттарҙы ҡабул итә башлай. Хәҙер район халҡына тештәрен дауаларға ҡалаға йөрөргә кәрәкмәй. Шуныһы ҡыуаныслы: клиникала балалар стоматологияһы өсөн дә лицензия алынған. Балалар кабинетында дауалау ваҡытында йәнһүрәт ҡуйыла, дауалау процедуралары кескәйҙәр өсөн ауыртыуһыҙ һәм сифатлы башҡарыла. Шулай уҡ эш урындары булдырылған, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм табиптар эшкә саҡырыла. Иглин халҡына бәхетле йылмайыу, тештәренең төҙөк һәм матур булыуҙарын теләйбеҙ! Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.