Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы эш урындары булдырыла

Ауырғазы районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Айгөл Шакирова белдереүенсә, Гөлназ Фәйезова 2022 йылда хакимиәттә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә урам өсөн төҫлө диодлы таҫмалар һәм гирляндалар эшләү производствоһы буйынса үҙ проектын тәҡдим итә. Уның белдереүенсә, Яңы йыл байрамы алдынан ауыл халҡы, муниципаль учреждениелар һәм башҡа ойошмалар йыш ҡына бинаны яҡтыртыу һәм биҙәү, балҡытыу өсөн гирляндаларҙы урынлаштырыу, ҡуйыу буйынса йыш мөрәжәғәт итә. Ҡайһы осраҡта ихтыяж шул тиклем күп була, хатта был төр продукция ҡул аҫтында булмай сыға. Тап ошо хәл эшҡыуарға шәхси эшен асырға ярҙам итә лә инде. Гөлназ Фәйезова электромонтаж хеҙмәтләндереү өлкәһендә 2013 йылдан эшләй. Ул 2021 йылда республиканан дәүләт ярҙамы алыуға ирешә һәм дүрт кешегә эш урыны булдыра. Былтыр эшҡыуар производство цехы өсөн бина әҙерләй, өс миллион һумдан ашыу суммаға кәрәкле ҡоромалдар һатып ала. Уның ярты аҡсаһын муниципалитетта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса программаға ярашлы ҡайтарған. Бөгөн Ауырғазы районында төҫлө диодлы гирляндалар етештереүсе йүнсел эшләй, тимәк, төбәктә Яңы йылда һәр йорт, урам төрлө төҫтәрҙә балҡып ултырасаҡ. Яңы производство шулай уҡ яңы эш урындары ла булдырасаҡ. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.