Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең 60 төбәгенән 221 ғариза бирелгән. Шуларҙан 49 төбәктән 99 учреждение конкурс еңеүселәре тип танылды. – Халыҡты алдынғы артистар һәм музыкаль коллективтарҙың иң яҡшы сығыштары менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Онлайн-трансляциялар форматы хәҙер бик популяр булып китте. Бындай концерт өсөн платформалар булып төрлө майҙандар, шул иҫәптән ҡала китапханаһы ла тора ала. “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ярҙамында 2024 йылда республиканың ете ҡалаһында яңы виртуаль концерт залдары барлыҡҡа киләсәк, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Еңеүселәр араһында беҙҙең Белорет районының Нина Зимина исемендәге үҙәкләштерелгән китапхана системаһының “Зәңгәр ҡош” балалар уҡыу үҙәге; Дүртөйлө районының үҙәкләштерелгән китапхана системаһы; Межгорье ҡалаһының ҡала китапханаһы; Ағиҙел ҡалаһының үҙәк китапханаһы; Дәүләкән районының үҙәк балалар китапханаһы; Мәләүез районының үҙәкләштерелгән китапхана