Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәсет тағы ла күркәмерәк булыр

Әбйәлил районының Амангилде ауылындағы мәсет 90-сы йылдарҙа уҡ төҙөлдө. Ауыл уртаһындағы бәләкәй тау башында ҡыҙыл кирбестән һалынды ул. Оло юлдан да бик күркәм булып күренеп ултыра. Әле килеп, был иман йорто төҙөкләндереү талап итә. Йылылыҡ селтәрен алмаштырырға, һыу скважинаһы ҡаҙҙырырға, эстән дә косметик ремонт кәрәк. Торбалар бысранып, тығылып, мейес яҡшылап эшләмәгәс, иман йортонда һыуыҡ та. Диндарҙар күптән был эшкә тотонорға йыйына ине. Хатта халыҡ аҡса ла йыйғайны. Уңайлы яй сыҡҡанын ғына көттөләр. Һәм бына ниәтте тормошҡа ашыра ла башланылар - йылылыҡ селтәрен үҙгәртеп ҡорҙолар. Йыйылған хәйер аҡсаһына яңы мейес, радиаторҙар, торбалар алынды. Ә эште мосолмандар үҙ көстәре менән башҡарып сыҡты. "Был изге эштә физик һәм матди ярҙам күрһәткәндәргә Аллаһ Тәғәлә үҙ рәхмәтен насип итһен", - ти уларҙың береһе Рөстәм Юлмөхәмәтов. Афарин, ауылдаштар! Фото: Рөстәм Юлмөхәмәтов.