Бөгөн кискә тәбиғәт үҙенең иҫ киткес мөғжизәһе менән хайран итте. Күптәргә Көньяҡ Уралда "төньяҡ балҡыш"ын күҙәттергә мөмкин булды. Социаль селтәрҙә әленән-әле хәйбуллалар, йылайырҙар, баймаҡтар, бөрйәндәр тарафынан түбәндәге фото тарала. Һәр кем уны үҙ районында күрҙем тип тә яҙа. Был фотоны беҙгә Йылайыр районы Сәләх ауылында йәшәгән Шәрифә Иҫәнбаева ебәрҙе. "Телевизор ҡарап ултырһам, улым Илназ: "Әсәй тышҡа сығып ҡарале", - тигәнгә сыҡһам ошо мөғжизәне күреп хайран ҡалдым. Ул ни өсөн улай икәнен кем аңлатыр икән?"- тип тә яҙған. Ысынлап та был ниндәй күренеш икән? Һеҙ ни әйтерһегеҙ? Фото: Шәрифә Иҫәнбаева.