Бөгөнгө ял көнө иртәһен республика Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районына сәфәре менән башланы. Үҙе руль артына ултырып, сәфәренең ниәте тураһында, бөгөнгө ялымда, мөмкинлектән файҙаланып, бер нисә мәсьәләне хәл итергә уйлайым, беренсенән, ҡатыныма кесе Ватанымдың иң матур урындарының береһе Ҡолғона ауылын күрһәткем килә, икенсенән, район үҙәгендә ике паркты төҙөкләндереү барышын ҡарарға теләйем, тип уртаҡлашты. Шулай уҡ Ноғман Мусинды ерләгәндә бара алмай ҡалғанына үкенес белдергән төбәк етәксеһе, Ҡолғонала халыҡ яҙыусыһының ҡәберенә зыярат ҡылып, урындағы халыҡ менән осрашты. Был юҫыҡта, Ишембай менән Бөрйән араһын яҡшы асфальт юл менән тоташтырырға ҡарар ҡабул ителеүенә Ҡолғона халҡы ғына түгел,бар республика халҡы ҡыуанды. Сөнки, ундағы төпкөл ауылдарға уңай булыуҙан тыш, туризм өсөн мөмкинлектәр һәм перспективалар асылыуы барыһына ла мәғлүм. Фотолар: Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәгенән.