"Артист" позывнойлы яугирҙең ижад емештәре гәзитебеҙҙең һуңғы һандарының береһендә баҫылғайны. Ул таланттарға бай Ауырғазы районында тыуған.Талбазы һөнәри училищеһында белем ала. Уны тамамлағас, хәрби бурысын үтәргә әрме сафына юллана. Хабаровск өлкәһендә тимер юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Шул ваҡытта Азат, тыуған ауылын, яҡындарын һағынып, шиғырҙар яҙа башлай. Ижады тыуған яғы, мөхәббәт, кеше яҙмыштары хаҡында. Әрменән һуң “Өршәк” колхозында, һуңынан Өфөлә төҙөлөштә эшләй. Ауылда үткән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, матур йырлай, шиғырҙар уҡый. 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға буйынса махсус хәрби операцияға юллана. Әлеге мәлдә Луганск өлкәһендә хеҙмәт итә. Һағыныу Һағыш тулы моңһоу күҙҙәреңдән Тамсы-тамсы йәштәр ағыла. Күкрәгемә тамған ошо йәштәр Йөрәгемде өтөп яндыра. Ҡара болоттарҙы ҡыуа-ҡыуа Аҡ ҡайындар елдә бәүелә, Ҡояш ҡалҡып, оҙаҡ йылмайманы, Болот йөҙөн ҡаплап йәш түгә... Әйҙә, иркәм, ҡулға-ҡул тотоноп, Шомло болоттарҙы ҡыуайыҡ, Наҙлы ҡояш нурын усҡа йыйып