Билдәле блогер һәм һынмаҫ рухлы Рөстәм Нәбиевтең башҡарған изге эштәре тураһында даими рәүештә таныштырып барабыҙ. Был юлы ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән Майя исемле ҡыҙҙың ике хыялын тормошҡа ашырған. Был хаҡта Рөстәм Нәбиев түбәндәгеләрҙе яҙған: "Маяға 12 йәш һәм уның, һәр баланың кеүек үк үҙ хыялдары бар. Мин уларҙың икеһен тормошҡа ашырыу бәхетенә ирештем - Майя менән яҡындан таныштым. Һәм әсәһе менән Мәскәү буйлап сәйәхәт бүләк иттем. Был бик көслө рухлы иҫ киткес ҡыҙ өсөн эшләй алған кес кенә эшем. Балалар - бәхет. Тап шуның өсөн йәшәйбеҙ. Бәхетле бул, Майя!" - тип яҙған Рөстәм Нәбиев. "Афарин"дан башҡа ни әйтәһең?! Кешеләргә ҡылған изгелектәрең үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын! Фото: Рөстәм Нәбиев