Өфөләге республика геронтология үҙәге биләмәһендә төҙөлгән яңы корпус комплекстың бер өлөшө буласаҡ. Ә унда әле 300-гә яҡын өлкән йәштәге кеше һәм инвалид тураһында хәстәрлек күрәләр. Бинаны киңәйтеү ихтыяжы килеп сыҡҡан. Был мәсьәлә хәҙер Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) һәм “Өлкән быуын” федераль проекттары булышлығында алып барыла. Яңы бина 50 урынға тәғәйенләнгән. Тағы проект буйынса бассейн төҙөү ҡаралған – сәләмәтләндереү буйынса программаға акватерапия ла индерелгән. Бынан тыш, даими йәшәү бүлексәһе, тамашасылар залы, ҡышҡы баҡса һәм медицина блогы була. Әлегә геронтологик ярҙам комплексы ике корпустан тора. Беренсеһе үткән быуаттың 90-сы йылдарында төҙөлгән, икенсеһе 2000 йылдар башында сафҡа ингән. Ә яңы бина, проектҡа ярашлы, 11 айҙан һуң әҙер булырға тейеш. Фото, сығанаҡ: vk.com/minstroyrb02