Октябрьский музыкаль колледжы бинаһында беренсе тапҡыр ремонт эштәре атҡарыла. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) бурыстарын атҡарыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был – совет осоро архитектураһы һәйкәле. Ул 1976 йылда БАССР-ҙың Министрҙар Кабинеты ҡарары тарафынан дәүләт һағына алынған. Әйткәндәй, колледж быйыл “Мәҙәниәт” милли проекты ҡатнашыусыһы булған. Һөҙөмтәлә әле бында капиталь ремонт эштәре бара. Ул яңыртыласаҡ һәм был маҡсатта бюджеттан 275 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән. Объект быйыл декабрҙә сафҡа инәсәк. - Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, мәҙәниәт ойошмаларында үҙгәрештәр булды. Милли проект тормошҡа ашырылған биш йылда төбәктә 100 тирәһе объект төҙөлдө һәм яңыртылды. Улар араһында ауыл клубтары, балалар сәнғәт мәктәптәре, музейҙар, китапханалар һәм ҙур ойошмалар бар, - тип белдерҙе республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова. Октябрьский музыкаль колледжы Башҡортостандың көнбайышында музыкаль сәнғәт флагманы булып тора. Унда Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә 180-дән ашыу студент белем ала. Фото, сығанаҡ: culture.bashkortostan.ru