Фасоль. Унда үҫемлек аҡһымы бар, организмды күҙәнәклек менән байыта, һәм ракка ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Фасоль һәм ҡуҙаҡлыларҙа фитохимик матдәләр бар, улар күҙәнәктәрҙе генетик зарарланыуҙан һаҡлай. Кишер. Ул көслө антиоксидант, бета-керотинға бай. Нәҡ ошолар ауыҙ ҡыуышлығында, ашҡаҙанда, йыуан эсәктә бәүел ҡыуығында яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә. Был йәшелсә сейҙәй ҙә, бешкән килеш тә файҙалы. Брокколи. Антиоксидантҡа бай йәшелсә күҙәнәктәрҙе әүҙемләштереп, сир менән көрәшергә этәргес бирә. Брокколиҙың йәшен һайларға кәрәк, нәҡ уларҙа ракка ҡаршы элементтар бар. Бәшмәк - файҙалы матдәләр сығанағы, яман шеш менән көрәшеүҙә лә һөҙөмтәһе бар, ти белгестәр.Ҡытайҙар алты мең йыл элек үк азиат бәшмәген дауаланыу сөн файҙаланған. Ҡурай еләге. Ул да антиоксиданттарға һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай. Бигерәк тә ҡара төҫтәге еләктәр шифалы тип табылған. Йәшел сәй. Ул үпкәләрҙә һәм аш һеңдереү ағзаларында яман шеш күҙәнәктәренә емергес тәьҫир итә. Тик ул дөрөҫ эшләнгән йәш