Әсәләрҙең балаларына ҡылған доғалары тиҙ ҡабул була. Был уй-теләктәрҙе бер епкә теҙгән кешеһенә мең сауап! Йә, Аллаһ! Һинең гүзәл исемдәрең менән һорайым: балаларымды рәхимең менән солғап ал! Уларға хәйерле ғүмер, яҡты яҙмыш насип ит. Йә АЛЛАҺ, уларҙың иманын нығыт. Көсһөҙҙәренә көс, ауырыуҙарына шифа бир. Тәндәрен нығыт, күреү-ишетеү һәләттәрен бир, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп үҫтер. Йә Аллаһым, үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларымды сир-сырхауҙан, ауыр хаталарҙан, гонаһтарҙан һаҡла. Тормош юлында аҙашып, яман ғәҙәттәргә төшмәһендәр. Йә Аллаһ, балаларыбыҙ атай-әсәйҙәрен яратып, хөрмәт менән тыңлап торһон, беҙгә ҡарата ҡаты бәғерле, аяуһыҙ булмаһын. Йә Раббым, балаларыбыҙҙы иманлы, тәртипле, бәхетле итеп үҫтерергә үҙебеҙгә аҡыл һәм сабырлыҡ бир?! Бәхет башы - тәүфиҡ. Иң тәүҙә тәүфиҡлы ит! Йә Аллаһым, үҙ ҡөҙрәтең менән балаларыбыҙҙы яуыз кешеләрҙән, яман күҙҙәрҙән һәм ялған һүҙҙәрҙән һаҡла?! Юлдарында гел изге кешеләр осраһын, хаслыҡ-яманлыҡтар балаларыбыҙға ҡағылмаһын.
Көнөбөҙҙө ғәзиз балаларыбыҙға изге теләктәрҙән башлайыҡ!
5 ноября 20235 ноя 2023
1 мин