Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәштәр флешмобта ҡатнашты

“Ватан” этнопаркында “Алға-Патриот” йәмәғәт хәрәкәте һәм Мәҙәниәт министрлығы бер меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында флешмоб үткәрҙе. Ҡояшлы көн байрам кәйефен күтәрҙе. Патриотик музыка аҫтында йәштәр Рәсәй флагы һәм “Наша сила в единстве” яҙыуы рәүешендә теҙелде. Аҡ, күк һәм ҡыҙыл карточкалар ярҙамында флагты һүрәтләргә мөмкин булды. Рәсәй Һәм Башҡортостан гимндарын башҡарғандан һуң байрам концерты үтте. Флешмобта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы советнигы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты проректоры Валентин Солодовник Халыҡтар берҙәмлеге байрамы менән ҡотланы. Сергей Чудаков фотолары.