4 – 11 ноябрҙә Өфөләге Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты үткәрелә. Унда илдең 49 төбәгенән 180-дән ашыу гүзәл зат вәкиле, шул иҫәптән Башҡортостан йыйылма командаһының 11 спортсыһы ҡатнаша. Иң яҡшылар 12 ауырлыҡ үлсәмендә билдәләнә. Сара иһә бөгөн тантаналы асылды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, чемпионатты асып, Рәсәйҙең Бокс федерацияһын ҙур ышаныс белдергәндәре һәм сараны Өфөлә үткәреү башланғысын хуплағандары өсөн рәхмәт белдерҙе. – Республикала боксты тағы ла үҫтереү өсөн башланғыс менән сығыш яһаныҡ. Был – беҙҙең өсөн төп спорт төрҙәренең береһе. Уның менән дүрт меңдән ашыу кеше профессиональ рәүештә шөғөлләнә. Боксерҙарыбыҙ иң юғары кимәлдәге спорт ярыштарында үҙен күрһәтә. Бөгөн чемпионатта ҡатнашыусылар араһында Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы ғәмәлдәге чемпионы Азалия Әминева бар. Был Башҡортостан тарихында беренсе еңеү һәм һуңғыһы булмаҫ, тип ышанабыҙ, - тип белдерҙе Премьер-министр.