Найти тему
Башҡортостан гәзите

Зыяратҡа инеүҙең дә үҙ тәртибе бар

Әлшәй районының Таштүбә ауылы халҡы ауылдарының төҙөклөгө, матурлығы өсөн битараф түгел. Бәләкәй ауыл булһа ла йәштәрҙең күп ҡалыуы, эшле булыуҙары хас уларға. Быйыл “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, улар зыяраттарын заманса ҡойма менән уратып алған. Халыҡ бының менән сикләнмәй, яңыраҡ зыяратҡа ингәндә уҡыла торған доға яҙылған, зыяратта үҙеңде тотоу тәртибен аңлатҡан ике баннер ҙа эшләтеп элеп ҡуйған. Халыҡ, йәш быуын өсөн был да бик кәрәкле мәғлүмәт. -Таштүбә ауылы халҡы бик дәррәү, берҙәм. Быйыл улар “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Был ауылда төрлө саралар ҙа әленән-әле үтеп тора, - тине ауыл хакимиәте башлығы Айнур Мурзин. Фото: ауыл хакимиәте архивынан.