Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә мөһим яңылыҡ менән уртаҡлашҡан: “Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Курчатов институты” тикшеренеү үҙәге етәксеһе Михаил Ковальчук менән фәнде, технологияларҙы һәм техниканы үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре өлкәһендә бергәләп эшләү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Килешеү Башҡортостанда фәнде, технологияларҙы һәм техниканы үҫтереүҙә яңы мөмкинлектәр аса. Бындай партнерлыҡ мөмкинлектәребеҙҙе ҡулланырға һәм был өлкәлә республика позицияһын нығытырға булышасаҡ. Курчатов кластары селтәренә ҡушылыу уҡыусыларҙы 7-се кластан уҡ ғилми тикшеренеүҙәргә һәм фәнде популярлаштырыуға йәлеп итәсәк. Ғалимдарҙың яңы быуынын тәрбиәләйәсәкбеҙ һәм Башҡортостанды көслөрәк итәсәкбеҙ!” Фото:VK.com