Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлау ебәрҙе. “Хөрмәтле Радий Хәбиров! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым! Рәсәйҙең бөйөк тарихы, уның ҡеүәте, ҡаҙаныштары һәм дәүләтселеге ата-бабаларыбыҙҙың күп быуындары тарафынан, уларҙың ныҡлығы һәм ҡаһарманлығы, фиҙәкәр һәм батыр хеҙмәте менән барлыҡҡа килде. Тыуған илгә эскерһеҙ һөйөү, уның яҙмышында шәхси ҡатнашыу бөгөн дә беҙҙең өсөн ышаныслы әхлаҡи нигеҙ булып хеҙмәт итә, Ватан мәнфәғәтенә алға ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүҙә ярҙам итә. Һеҙгә уңыштар һәм яҡшылыҡтар теләйем. Владимир Путин". *** Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин да байрам менән ҡотлау ебәрҙе. “Хөрмәтле Радий Хәбиров! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым! Тыуған илгә һөйөү, бөйөк илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо һәм уның күп быуатлыҡ тарихына хөрмәт – был байрамдың төп ҡиммәттәре. Ватанды һаҡлаған халыҡ геройҙары батырлығы берҙәмлектең, граждандар тупланғанлығының сағыу