Махсус хәрби операцияла йылдан ашыу Башҡортостан егеттәре менән иңгә-иң терәп отец Виктор һәм Хәмзә хәҙрәт рухи хеҙмәттәрен башҡара. Башҡортостан - МХО-ға ошондай рухи терәк ебәргән берҙән-бер төбәк. Бер нисә ай дауамында руханиҙарҙың хеҙмәтен БЮТ телеканалы хәбәрселәре күҙәтте. Отец Виктор һәм Хәмзә хәҙрәт менән улар ДХР, ЛХР, Запорожье өлкәһе биләмәләрендә лә булды, Башҡортостандан барған доброволецтар һәм мобилизацияланған егеттәр менән осрашты. “Святое братство” фильмы яу барған урында конфессия-ара дуҫлыҡтың һәм киләсәккә ышаныстың ни тиклем мөһимлеге, ауыр ваҡыттарҙа төрлө дин һәм төрлө милләт кешеләре бер-береһенә терәк булыуы тураһында. Ысын ағай-эненең нисек эшләүҙәре тураһында. Азат Саҙрыевтың төп рухи миссия, тыуған өйҙән йыраҡтағы дуҫлыҡ һәм ауырлыҡтар тураһындағы яңы документаль фильмын бөгөн, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, БЮТ телекалында сәғәт 20.30-ҙа ҡарай алаһығыҙ.
БЮТ телеканалында “Святое братство” документаль фильмының премьераһы була
4 ноября 20234 ноя 2023
1
~1 мин