“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Дүртөйлө районының Иҫке Яндыҙ ауылында дөйөм практика табибы бүлексәһе асылды. Модулле бинала пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған, тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар һәм дарыуҙар алынған. Медицина учреждениеһында дарыухана пункты, физиотерапия, ҡабул итеү һәм процедура кабинеттары, лаборатория урынлашҡан. Заманса бүлексәлә табип Диана Мирзаянова эшләйәсәк. –Ауылда яңы табиплыҡ бүлексәһе асылыуы - мөһим ваҡиға. Элек халыҡ иҫке биналағы заманса талаптарға яуап бирмәгән табиплыҡ амбулаторияһына йөрөнө. Хәҙер Иҫке Яндыҙ һәм күрше-тирәләге ун ауыл халҡы тап ошо медицина учреждениеһында дауаланасаҡ. Был – 1 400 кеше тигән һүҙ. Улар ваҡытында диспансерлаштырыу үтәсәк, прививка эшләтәсәк, тәүге медицина ярҙамын аласаҡ, – тип билдәләне табип Диана Мирзаянова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шул