Ғафури районының Архангел ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Фельдшер-акушерлыҡ пункты Героевка, Победа, Архангел һәм Әхмәт ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Уларҙа барлығы 198 кеше йәшәй. Яңы бинала тәүге медицина хеҙмәтен күрһәтеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған: фельдшер, ҡабул итеү, прививка кабинеттары, процедура һәм ял бүлмәләре бар. Заманса медицина учреждениеһында фельдшер Любовь Зорина эшләй. Ул яҡташтарына 1992 йылдан алып медицина ярҙамы күрһәтә. – Ауылда бындай үҙгәрештәр бары яҡшыға! Үҙем өсөн генә түгел, пациенттарым өсөн дә ҡыуанам. Уларҙың араһында оло йәштәгеләр күп. Хәҙер өлкәндәр ваҡытында диспансерлаштырыу үтә аласаҡ, бының өсөн район дауаханаһына барыу кәрәкмәй. Мин эшкә байрамға килгәндәй шатланып йөрөйәсәкмен, бында барыһы ла яңы, уңайлы!– ти Любовь Зорина. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрә