Әлшәй районының Ҡармыш ауылында,”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тантаналы сарала Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе Илшат Яппаров һәм район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин ҡатнашты. Ә почетлы алһыу таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы ауылдың иң оло кешеһе Рәйфә Шәймөхәмәтоваға тапшырылды. Яңы медицина учреждениеһы 490 кешене хеҙмәтләндерәсәк, шул иҫәптән 81 баланың сәләмәтлеге контролгә алынасаҡ. Ауыл халҡының күпселеген өлкәндәр тәшкил итә. Улар айырыуса медицина хеҙмәтләндереүенә мохтаж. Пациенттарҙы тәжрибәле фельдшер, 37 йыл ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған Рәйфә Шәмсетдинова ҡабул итәсәк. Ул ауырыуҙарҙы дарыу менән генә түгел, йылы һүҙе, яҡшы мөнәсәбәте менән дә дауалай. –Ауылыбыҙҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуына бик шатмын. Хәҙер медицина ярҙамы сифатлыраҡ буласаҡ, тәүге ярҙам алыу өсөн район үҙәгенә барыу кәрәкмәйәсәк,– ти фельдшер. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.