Бөгөн, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуҙың 400 йыллығы хөрмәтенә күтәрелгән Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды. Һәйкәлгә нигеҙҙе 1957 йылда һала башлағандар, ә уны тантаналы асыу 1965 йылда уҙғарылған. Ул рус һәм башҡорт халыҡтарының бөйөк туғанлығын һынландыра. - Халыҡтар берҙәмлеге көнө беҙҙең йөрәктәргә, эштәргә ныҡлы инде. Иртә таңдан беҙ ҡотлауҙар алабыҙ, үҙебеҙ тәбрикләйбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был ябай булмаған ваҡытта кешеләрҙең берләшеүен күрәбеҙ. Ә бергә булһаҡ, беҙ һәр ваҡыт көслөрәкбеҙ.
Радий Хәбиров Өфөләге Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды
4 ноября 20234 ноя 2023
~1 мин