Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сир-сырхауға бирешмәйек

Миҙгел стрҙәренә бирешмәү өсөн кәйефтең шәп булыуы, тормош мәшәҡәттәренә, яҙмыш һынауҙарына, тәбиғәт көйһөҙлөктәренә ҡаршы тора алырлыҡ көс булыуы зарур. Бына ошондай емештәрҙең береһе – мандарин. Унһыҙ хатта төп ҡыш байрамы һынһыҙ. Яңы йыл төнө алдынан Көнсығышта иң яҡын кешеләреңә ошо емеште биреү йолаһы бар. Улар – барлыҡ, байлыҡ, муллыҡ, уңыш билдәһе. Тағы кәйеф төшөнкөлөгөнән арыныуға ла булышлыҡ итә. Бер уйлаһаң, көҙгө көндә һары төҫ кәйефте күтәреп ебәрә, әйтерһең дә ҡояш үҙе өй-фатирҙы нурҙарға мансығандай тойола, хатта ирекһеҙҙән йылмайып та ҡуяһың. Ә хуш еҫе һуң ниндәй? Ул хатта хәүеф-хәтәрҙе юҡҡа сығарғандай, көс-ғәйрәт, өмөт-ышаныс өҫтәгәндәй. Мандариндағы С витамины иһә - бик үҙенсәлекле иммуностимулятор. Миҙгел инфекцияларынан ҡотолоу өсөн көнөнә бер-ике мандарин ашау етә, ти белгестәр. Әммә бер нәмәне хәтерҙән сығарырға ярамай – был емештән аллергия бармы-юҡмы икәнлегенә иғтибар итегеҙ. Тағы бер емеш йылы яҡтарға, йыл көндәргә “илтер”. Ул – ананас. Уның бер генә киҫәген ашау ҙа ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенә яҡшы йоғонто яһай, тигән фекерҙә диетологтар. Бынан тыш, унда А, С, В1, В2, В9, В12, РР витаминдары, шулай уҡ калий, кальций, натрий, магний, баҡыр, марганец, фосфор, тимер, йод бар. Ә уларҙың барыһы ла ныҡлы иммунитет, сәләмәт йөрәк, яҡшы кәйеф өсөн кәрәк. Тап шуға ла бынан бер быуат элек бронхит, киҙеү, хатта гипертония осрағында пациенттарға ананас ашарға кәңәш ителгән. Тағы ҡояш төҫөнә мансылған емеш – банан – бар. Үҙеңде арып талсыҡҡан итеп тойһаң, был емеште ашау көс-дәрт өҫтәп ебәрер, организмдағы калий балансын тәьмин итер. Ундағы 5-гидрокситриптамин мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, көс-дәрт өҫтәй. Тик бер етешһеҙлеге – уның берәүһендә генә 140 калория бар, тимәк, тән ауырлығына йоғонто яһауы ихтимал. Тағы һалҡын ҡышта шоколад ашарға яратыусылар кәйеф төшөнкөлөгөнә зарланмай. Бының сәбәбе иһә фенилэтиламин кеүек матдәләрҙең булыуында. Баҡтиһәң, ул “бәхет матдәһе” икән. Бынан тыш, ул ҡан баҫымын төшөрөү көсөнә эйә, тромбтарҙың барлыҡҡа килмәүенә булышлыҡ итә. Тағы йәшел сәй кәйефте күтәреп кенә ҡалмай, хәтерҙе яҡшырта, мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Көнөнә бер сынаяҡ ошо эсемлекте эсеү Альцгеймер сирен иҫкәртеүгә булышлыҡ итә. Йәшел сәйгә имбирь, әфлисун ҡабығын һалып эсеү иммунитетты ла нығыта. Автор фотоһы.