3 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша донъя кимәлендәге кампустар булдырыу буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын Өфөлә “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә төҙөйҙәр, ул бюджет грантына Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығының конкурс һайлап алыуында еңде. Дмитрий Чернышенко әйтеүенсә, Президент Владимир Путин 2030 йылға тиклем илдә кәмендә 25 кампус төҙөргә тигән бурыс ҡуйҙы. Фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков белдереүенсә, кампустар төҙөү буйынса федераль проектты тормошҡа ашырғанда ведомстволарға методик ярҙам күрһәтелгән һәм уларҙы йыһазландырыу стандарттары эшләнгән. Башҡортостан Башлығы Өфөләге вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө барышы тураһында мәғлүмәт бирҙе. 1 ноябрҙа Радий Хәбиров кампустың төҙөлөш майҙансығында булды һәм күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Әлегә объекттың беренсе