3 ноябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Курчатов институты” фәнни-тикшеренеү үҙәгендә булды. Рәсәйҙәге иң ҙур фәнни учреждение ядро энергетикаһы үҫеше мәсьәләләрен өйрәнеүгә, шулай уҡ молекуляр физика, неорганик химия, сәнәғәт хәүефһеҙлеге, экология, информатика өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә махсуслашҡан. Быйыл Курчатов институты үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Төбәк етәксеһе үҙәктең фәнни-техник базаһы һәм уның төрлө йүнәлештәге эшмәкәрлеге менән танышты. Атап әйткәндә, төбәк етәксеһе 1946 йылда совет атом проектын тормошҡа ашырыу өсөн сығарылған тәүге ватан Ф-1 ядро реакторын ҡараны. Һуңғараҡ был ҡоролма фән һәм техника һәйкәле статусын алған. Совет атом проектының ғилми етәксеһе итеп СССР-ҙа атом ядроһы физикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Ленинград физика-техник институты профессоры Игорь Курчатов тәғәйенләнә. Курчатов институты вице-президенты Александр Благов һөйләүенсә, Ф-1 комплексы нигеҙендә төрлө йүнәлештәр өсөн яңы ядро реакторҙары тармағы төҙөлә, шул иҫә
Радий Хәбиров Мәскәүҙә “Курчатов институты” фәнни-тикшеренеү үҙәге майҙансығында булды
3 ноября 20233 ноя 2023
2 мин