Найти в Дзене

30 йыл тигәндә ауылда тәүге яңы йорт ҡалҡҡан

Асҡын районының Билгеш ауылына эш сәфәре барышында бер урамда яңы төҙөлөп ятҡан ҙур, күркәм йорт иғтибарҙы йәлеп итте. Һап-һары бурсанан күтәрелгән был өй Земфира һәм Рүзил Сәлиховтарҙыҡы булып сыҡты. Йорт алдында ла, ихата эсендә лә техниканың күплеге иғтибарҙы йәлеп итте. Хужабикә төпсөк улы Рәсүл менән ярма ярҙыра ине. Баш ҡаланан журналистар килгәнен ишетеп, хужа ла ҡайтып инде. Земфира Йәһүҙә ҡыҙы менән Рүзил Ғәбделхай улының татыу ғаиләһендә Илмир, Илгиз һәм Рәсүл исемле егеттәр үҫә. Өлкәндәре һөнәргә эйә булып, Себер тарафтарында эшләй, Рәсүл – VI класс уҡыусыһы. Сәлиховтар шәхси ихата хужалығында күпләп мал аҫрау менән шөғөлләнә, ауылдаштарын ит, һөт ризыҡтары менән тәьмин итә. “Һөт, ҡаймаҡ, эремсекте өйҙән үк килеп алалар, сауҙа нөктәләренә лә сығарам”, – ти хужабикә. Төҙөлөштө быйылғы яҙҙа башлағандар. 9х11 метр үлсәмле өй бик күркәм булмаҡсы. Әйткәндәй, Сәлиховтарҙың йорто – һуңғы 30 йыл эсендә ауылда күтәрелгән тәүге өй. “Уны күтәреүгә бөтә туғандар, ауылдаштар ярҙам итте.

Асҡын районының Билгеш ауылына эш сәфәре барышында бер урамда яңы төҙөлөп ятҡан ҙур, күркәм йорт иғтибарҙы йәлеп итте. Һап-һары бурсанан күтәрелгән был өй Земфира һәм Рүзил Сәлиховтарҙыҡы булып сыҡты. Йорт алдында ла, ихата эсендә лә техниканың күплеге иғтибарҙы йәлеп итте. Хужабикә төпсөк улы Рәсүл менән ярма ярҙыра ине. Баш ҡаланан журналистар килгәнен ишетеп, хужа ла ҡайтып инде. Земфира Йәһүҙә ҡыҙы менән Рүзил Ғәбделхай улының татыу ғаиләһендә Илмир, Илгиз һәм Рәсүл исемле егеттәр үҫә. Өлкәндәре һөнәргә эйә булып, Себер тарафтарында эшләй, Рәсүл – VI класс уҡыусыһы. Сәлиховтар шәхси ихата хужалығында күпләп мал аҫрау менән шөғөлләнә, ауылдаштарын ит, һөт ризыҡтары менән тәьмин итә. “Һөт, ҡаймаҡ, эремсекте өйҙән үк килеп алалар, сауҙа нөктәләренә лә сығарам”, – ти хужабикә. Төҙөлөштө быйылғы яҙҙа башлағандар. 9х11 метр үлсәмле өй бик күркәм булмаҡсы. Әйткәндәй, Сәлиховтарҙың йорто – һуңғы 30 йыл эсендә ауылда күтәрелгән тәүге өй. “Уны күтәреүгә бөтә туғандар, ауылдаштар ярҙам итте. Алла бойорһа, Яңы йылды яңы йортобоҙҙа ҡаршы алырбыҙ тип ниәтләйбеҙ”, – ти Рүзил. – Бөгөн күптәр уңайлыҡтары булған ерҙә төпләнергә тырыша, район үҙәгендә, ҡалала йәшәүҙе һайлай. Ундай теләк булманымы? – тип һорайым ғаилә башлығынан. – Юҡ. Ошонда яңы өй төҙөү күптәнге хыялым, маҡсатым ине. Был урын минең өсөн бик ҡәҙерле һәм яҡын, сөнки ул – ҡарт ҡартатайымдың нигеҙе, - тип яуапланы Рүзил. – Теләк һәм тырышлыҡ булғанда ауыл ерендә лә бына тигән итеп йәшәп була, – тип өҫтәне Земфира. Йүнсел, егәрле ғаиләгә именлек, уңыштар теләп хушлаштыҡ. Әйткәндәй, Билгеш быйыл "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Уларға уңыштар теләйбеҙ. Автор фотоһы.