3 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Курчатов институты” фәнни-тикшеренеү үҙәге президенты Михаил Ковальчуктың осрашыуы булды. Көн тәртибендә – хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу. - Башҡортостанда көслө фән һәм юғары мәктәп. Былтыр Рәсәй төбәктәренең фәнни-технологик үҫешенең тәүге Милли рейтингында республика дүртенсе урынды яуланы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Хәҙер беҙ донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге проекты сиктәрендә фәнде, технологияларҙы, белем биреүҙе һәм эшҡыуарлыҡты берләштереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Ҡайһы бер программалар Курчатов институты эшмәкәрлеге йүнәлешенә тап килә. Беҙҙең фән өсөн хеҙмәттәшлек ҙур уңыш буласаҡ. “Курчатов институты” президенты Михаил Ковальчук үҙәктең 20 институтты берләштереүен, унда 20 меңләп ғилми хеҙмәткәр эшләүен билдәләне. 2020 йылдан үҙәк илдең 12 төбәгендәге 82 мәктәп нигеҙендә “Курчатов кластары” проектын тормошҡа ашыра. Бында һүҙ 7-се кластан тәбиғәт һәм фәнни предметтарҙы тәрәндән өйрәнеү тураһында бара. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров һәм Михаил Ковальчук Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Курчатов институты” фәнни-тикшеренеү үҙәге араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйҙылар. https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/171847.html
Башҡортостан Курчатов институты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө
3 ноября 20233 ноя 2023
1 мин