Октябрь аҙағында баш ҡалала йәшәгән ғаиләләрҙең береһендә ҙур фажиғә була. Был көндө полицияға шундай хәбәр килә: өҫтәге ҡаттағы карауаттан өс йәшлек малай ҡолап төшә һәм башы менән бәрелә. Имеш, ул башын ныҡ һуға һәм шунлыҡтан вафат була. Тәү ҡарашҡа, барыһы ла бәхетһеҙ осраҡ кеүек була. Әсәй кеше өс һәм биш йәшлек малайҙарҙы йоҡларға һала. Әйткәндәй, балаларҙы ул уллыҡҡа алған булған. Иртән уятырға сыҡҡанда, береһенең иҙәндә ятҡанын күрә һәм табиптар, полиция саҡырта. Табиптар баланың үлгәнен теркәй. Ә бына полиция хеҙмәткәрҙәре әсәнең һүҙендә шикләнә һәм тикшереү башлай. Һөҙөмтә бик аяныслы: 38 йәшлек ҡатын малайҙы үҙе үлтереүе тураһында әйтә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын балаларҙы йоҡларға һала, тик бәләкәйе йоҡлап китә алмай. Һөҙөмтәлә ул малайҙың башына ныҡ итеп һуға. Сабыйҙың баш һөйәге һынып сыға. Ул йән бирә, ә ҡатын ҡулға алына. Уның 48 йәшлек ире хоҡуҡ һаҡсылары менән аралаша. Шуныһы, ғаилә иҫәптә тормаған, бар яҡлап та имен тип иҫәпләнгән. Әгәр улай булмаһа, уларға ике баланы ҡарарға бирмәҫтәр ҙә ине. Йортта балалар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Әле ҡатынға ҡарата “Үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Икенсе баланы ғаиләнән алыу мәсьәләһе хәл ителә. Фото: "Моя Уфа" телеграм-каналы.